Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2022, 18:06

Юл фажиғәләре - 28 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында туғыҙ автомобиль аварияһы теркәлгән, 12 кеше йәрәхәтләнгән.

Юл фажиғәләре - 28 апрель
Юл фажиғәләре - 28 апрель

Кисә көндөҙ Бәләбәй ҡалаһында 55 йәшлек ир "Киа Рио" машинаһында һулға боролғанда ҡаршы килгән "ВАЗ-2107" машинаһына юл бирергә "онота". Ике машина бәрелешкән аварияла "ВАЗ"дың 70 йәшлек водителе менән уның пассажиры, 17 йәшлек ҡыҙ, йәрәхәтләнеп, улар дауаханаға оҙатылған. "Кио"ның пассажирына, 19 йәшлек ҡыҙға, медицина ярҙамы күрһәтелгән.

Тәүлек эсендә 1700-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 26 иҫерек водитель тотолған.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: