Республика Башлығының 2021 йылдың 9 июнендәге указына ярашлы, был миҙал һөнәри оҫталығы, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.
– Ҡәҙерле дуҫтар, һеҙ бөтәгеҙ ҙә иң юғары маҡтауға лайыҡһығыҙ. Һеҙҙең иңдә – тиҫтәләгән йыл намыҫлы хеҙмәт һөҙөмтәһе. Арағыҙҙа төрлө һөнәр эйәһе бар: етештереүселәр, аграрийҙар, табиптар, ғалимдар, уҡытыусылар, сәнғәт оҫталары, социаль хеҙмәткәрҙәр, янғын һүндереүселәр, водителдәр, хеҙмәткәрҙәр, мөһим тармаҡ эшселәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре, – тине Радий Хәбиров һәм ҡайһы бер бүләкләнеүсе тураһында һөйләп үтте.
Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ".