Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2022, 18:33

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

22-28 апрелдә Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында дүрт юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, дүрт кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1200-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 562 протокол төҙөгән:

11 водитель пассажирҙарҙы ташыу ҡағиҙәләрен боҙоп тотолған;

31 водитель хәүефһеҙлек ҡайышын эләктермәй йөрөгән;

28 водитель маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

3 водитель телефондан һөйләшкәндә тотолған;

4 водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән һ.б. 

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: