Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
29 Апрель 2022, 14:21

Дауаханаларға өр-яңы автомобилдәр алынды

    «Дауаханаларға 22 яңы автомобиль тапшырҙыҡ. Шуларҙың икәүһе Өфөлә ҡала, ҡалғандары Башҡортостан буйлап китә. Улар республика һәм федераль бюджет иҫәбенә алынды», – тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.

Дауаханаларға өр-яңы автомобилдәр алынды
Дауаханаларға өр-яңы автомобилдәр алынды

 

Яңы автомобилдәр Lada Largus машинаһы нигеҙендә  Рәсәйҙә  йыйылған. Улар бик уңайлы, пациенттарҙы йөрөтөү өсөн бөтә шарттар бар. Кондиционерҙар ҡуйылған, иҙәндәре таймай торған материалдан эшләнгән, өҫтәмә яҡтыртыу ҙа ҡуйылған.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер райондарҙа  инвалидтар ихтыяж ҙур. Яҡынса 250 автомобиль алырға кәрәк.    2024 – 2025 йылдарҙа  быны тормошҡа ашырырбыҙ тип ниәтләйбеҙ», – тип яҙа Радий Хәбиров.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: