Халыҡты район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Айнур Бәйембәтов, Бөрйән районы ветерандары советы рәйесе Олег Ғәлиев сәләмләне. Сәхнәнән патриотик йырҙар яңғыраны.
Әйткәндәй, был "ZaРоссию" музыкаль марафоны 12 апрелдә Тверь ҡалаһында старт алғайны. 5 майға тиклем ул илдең алты федераль округын урап сығырға тейеш.
Сығанаҡ: Бөрйән районы хакимиәте.
Фото: Б. Тимерғәлиев.