Башҡортостандың «Шүлгәнташ» тәбиғи биосфера ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре үҙенсәлекле хәлгә юлыға. Биләмәне ҡарап йөрөгән саҡта дәүләт инспекторҙары ашалған айыуҙың һөлдәһенә тап була, уны икенсе айыу үлтергән. Учреждение хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, айыуҙарҙа каннибализм бик һирәк осрай, шуға күрә был күренеш ғәжәпләндерҙе. Дәүләт инспекторҙары был мәғлүмәтте видеоға төшөргән.
– Табылған һөйәктәрҙән 30–40 метр алыҫлыҡта айыу өңө урынлашҡан. Тәүҙә шуны аңламаным: ни өсөн бында айыу эҙҙәре күп? Баҡтиһәң, ул бында нимәнелер ашаған, бөгөн дә килгән икән, – тип аңлатма бирә кадр артында дәүләт инспекторы Әнис Дилмөхәмәтов.
Айыу каннибализмы осраҡтары элек тә, һирәк булһа ла булды, тип аңлатты ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косарев.
– Ата айыуҙар йәш айыуҙарҙы үлтерә, каннибал инә һәм бала айыуҙарҙы ла йәлләмәй. Шулай уҡ яҙғыһын ризыҡ етмәү сәбәпле айыу балалары өлкәндәре өсөн аҙыҡ булыуы мөмкин. Ҡырағай тәбиғәттә барған һәр нәмә – ул тәбиғи процесс, бында кешеләргә, хатта ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡыҫылырға ярамай, – тип аңлата Михаил Косарев.
Фото: Т. Аманов