Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 12:25

Яңы тыуған игеҙәк балаларын урамға сығарып ташлаған

Ҙур кәүҙәле ҡатындың эсе гел була, шуға күрә уның йөклө булыуын да бер кем дә белмәй.

Яңы тыуған игеҙәк балаларын урамға сығарып ташлаған
Яңы тыуған игеҙәк балаларын урамға сығарып ташлаған

Новосибирск өлкәһендәге Шагалов ауылында бер ҡатын яңы тыуған игеҙәк балаларын урамға сығарып ташлаған. Был хаҡта “Комсомольская правда” хәбәр итте.

Бала һөйәктәренә тимер-томор эҙләп йөрөгән үҫмер юлыҡҡан. Тыумайынса гүр эйәһе булған сабыйҙарҙың әсәһенә 29 йәш. Ҡатын ҡулға алынған.

Билдәле булыуынса, ҡатын 2021 йылдың октябрендә игеҙәк балаларын өйөндә таба. Ул әйтеүенсә,  сабыйҙар үле тыуа. Шуға күрә ҡатын уларҙың мәйеттәрен урамға алып сығып, күмеп ҡуйған.

Күршеләре әйтеүенсә, В. Исемле ҡатын былтыр фельдшерлыҡҡа уҡыған, тик медучилищены тамамламаған. Ул ике улы менән йәшәй, ире юҡ. Ҙур кәүҙәле ҡатындың ҡорһағы гел була, шуға күрә уның йөклө булыуын да бер кем  дә белмәй.

Сабыйҙарҙың әсәһен табыу өсөн тикшереүселәр йөҙләп кешенән һорау алған, енәйәтсе ҡатындан ДНК  алалар.

В. Исемле ҡатын ысынлап та сабыйҙарҙы үле килеш тыуҙырғанмы әллә үтергәнме икәнен хоҡуҡ һаҡсылары асыҡлаясаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: