Бында йәштәр эштәре буйынса белгестәр саҡырылған һәм һөйләшеүҙә йәштәргә бәйле проблемалар һәм көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелгән.
“Йәштәр майҙансығына бизнес вәкилдәре, ауыл хужалығы, фән, педагогика, сәйәсәт тармағы белгестәре саҡырылғайны. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин менән модератор булдыҡ. Йәштәргә ҡануниәт, йәштәр сәйәсәтендәге хәлдәр тураһында һөйләнем”, – тип яҙған Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы “Бәйләнештә”.
Парламентарий белдереүенсә, “түңәрәк өҫтәл”дә “ТЕХПРОЕКТ” йәмғиәте етәксеһе Замир Ғәлиуллин бизнес-проектҡа инвестиция йәлеп итеү тураһында һөйләгән. Стәрлебаш башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Илгиз Кәримов грант буйынса мәғлүмәт биргән. Йәш ғалим, М. Кәрим фонды стипендиаты Ғаяз Бикбулатов туған телде һаҡлау мәсьәләләренә иғтибар йүнәлткән. М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты магистранты Ислам Төхвәтуллин уңыш сере менән бүлешкән.
“Юрматыларҙың йәштәр йыйынын ойоштороуҙа ярҙам иткән Әбйәлил һәм Бөрйән егеттәренә рәхмәт! Берҙәмлектә - көс!” – тигән депутат.
Фото: vk.com