Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 11:13

Тарих шаңдауы: Бөгөн – “Бриллиант ҡул” фильмының экрандарға сыҡҡан көнө

Моғайын, был комедияны ҡарағанығыҙ барҙыр?

Тарих шаңдауы: Бөгөн – “Бриллиант ҡул” фильмының экрандарға сыҡҡан көнө
Тарих шаңдауы: Бөгөн – “Бриллиант ҡул” фильмының экрандарға сыҡҡан көнө

Режиссер Леонид Гайдай 1968 йылда төшөргән кино ул. Күптәрҙең яратҡан актеры Юрий Никулин төп ролде башҡара. Әйткәндәй, фильмды тәүҙә “Контрабандисты” тип атағандар.

Тейешенсә тикшереү (элек худсоветтар бик ҡаты эшләгән) үтеп, беренсе категория биреп, “күрһәтергә рөхсәт” мөһөрө һуғылғас, кинотаҫма 1969 йылдың 28 апрелендә экрандарға сыҡҡан. Бер йылда уны 76,7 миллион кеше ҡараған. Киләһе йылына уҡ Гайдай менән Никулинға Васильевтар исемендәге РСФСР дәүләт премияһы тапшырылған.

Персонаждарҙың күп репликаһы ҡанатлы һүҙ һәм афоризм булып киткән. Мәҫәлән, «Не виноватая я, он сам пришёл», «Руссо туристо, облико морале», «Береги руку, Сеня», «Если человек идиот — это надолго», «Я не трус. Но я боюсь», «Стамбул — город контрастов», «Чтоб ты жил на одну зарплату!», «А у нас управдом — друг человека», «Буду бить аккуратно, но сильно», «Наши люди в булочную на такси не ездят», «За чужой счёт пьют даже трезвенники и язвенники», «Усегда готов», «О, мне надо позвонить мамочке», «Ты зачем усы сбрил, дурик?», «Достаточно одной таблэтки», «У вас ус отклеился» һ.б.

2010 йылда Сочиҙа һәм Новороссийскиҙа фильм геройҙарына һәйкәл асылған.

Тарих шаңдауы: Бөгөн – “Бриллиант ҡул” фильмының экрандарға сыҡҡан көнө
Тарих шаңдауы: Бөгөн – “Бриллиант ҡул” фильмының экрандарға сыҡҡан көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: