Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 21:11

«Сабыйым һау-сәләмәт булып тыуырға тейеш ине...»

Өфөлә шәхси бала табыу йортонда ғүмере өҙөлгән сабыйҙың үлеменең сәбәптәре асыҡланды.

«Сабыйым һау-сәләмәт булып тыуырға тейеш ине...»
«Сабыйым һау-сәләмәт булып тыуырға тейеш ине...»

Ольга һәм Артем и Карповтарҙың ғаиләһендә ике бала тәрбиәләнә - һау-сәләмәт ҡыҙ һәм малай. Былтыр өсөнсөгә бәпес артынан барырға булғас, ирле-ҡатынлы баш ҡалалағы иң яҡшы шәхси клиникаларҙың береһен һайлап ала. Йөклөлөк осоро яҡшы үтә, әсә 32-се аҙнала юғары квалификациялы табип Лариса Грачевала күҙәтелә башлай.

«Бәпес ныҡ ҙур булды, 4 килограмм ярым булып китте. Табиптар ҡатыныма тәбиғи юл менән табырға тәҡдим итте. Бындай осраҡтарҙың тәүгә булмауын әйттеләр. Йәнәһе лә, бер нимә уйлап табырбыҙ, тинеләр. Табип ҡулы аҫтында 20-30 пациент түгел, бер беҙҙе генә ҡарайҙар, беҙ уларға ышандыҡ. Әммә яңылышҡанбыҙ», — ти Артем Карпов.

Бала табыр көн килеп еткәс, ҡатындың тулғағы 23 сәғәт буйы дауам итә. Табиптар тиҙ арала кесаревь киҫеме эшләйһе урынға баланың үҙаллы тыуыуын көтә. Һөҙөмтәлә сабый үле килеш донъяға килә.  

Ирле-ҡатынлы судмедэкспертиза үткәрә, дауахананы һәм табиптарҙы судҡа бирә. Әлеге ваҡытта бер нисә суд ултырышы үткән, тикшереү дауам итә. Суд-мед белгесе, медицина фәндәре кандидаты Айрат Ғәлимов һүҙҙәренсә, ҡатынға мотлаҡ рәүештә кесаревь киҫеме эшләнергә тейеш була.  

«Дәлилдәр бар, сәләмәт бала булған. Әммә акушер-гинеколог хаталанған, мотлаҡ кесаревь киҫеме эшләнергә тейеш ине», - ти Айрат Ғәлимов.

 

«Сабыйым һау-сәләмәт булып тыуырға тейеш ине...»
«Сабыйым һау-сәләмәт булып тыуырға тейеш ине...»
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: