“Берҙәм Рәсәй” партияһынан һайланған Булат Әсәҙуллин үҙ теләге менән китеү тураһында ғариза яҙған. Ул “Башинформсвязь” йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары булып эшләй.
Шул уҡ партия депутаты Айгөл Гәрәева ла мандатынан баш тартты. Ул БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.
Депутатлыҡтан китеү тураһында документ республиканың хоҡуҡи порталында баҫылған.
Әйткәндәй, быйыл мөҙҙәте бөтмәҫ элек депутатлыҡтан баш тартыусылар байтаҡ ҡына булды.
Фото: Т. Аманов.