Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 13:54

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Өфө ҡалаһының Комсомол урамындағы 147-се йорттоң иң өҫкө ҡатында йәшәүсе ҡатын, капиталь ремонттан һуң түшәмдән һыу аға, стеналар күгәреп бөттө, райондың торлаҡ-коммуналь хужалығына шылтыратһаң - алмайҙар, тип зарланғас, бер нисә көн эсендә йорттоң ҡыйығын ремонтлап та ҡуйғандар.  "Инцидент менеджмент” системаһына эләккән башҡа ялыуҙар буйынса ла байтаҡ эштәр атҡарылған. Был турала сайтта. 

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Благовещен районының Иҫке Илек ауылы халҡы юлдың алама булыуына зарланғандан һуң, грейдер килеп, юлды тигеҙләп киткән. Ошо уҡ райондың Николаевка ауылында сүп-сар ташыуҙы рәткә һалғандар. Туймазы ҡалаһындағы Чапаев урамында сүплекте күмәк көс менән таҙартҡандар. 

Өфө һәм Октябрьский ҡалаларында бер нисә урында асыҡ люктар ябылған.

Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрада ауылында ла асфальтты ямағандар.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: