Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 23:12

"Ким Фред" аҡса һораһа - олаҡтырығыҙ үҙен берәй яҡҡа!

Үткәндә "Марсуэллоның" күләгәһен һүккәйнек, бөгөн сиратта "Ким Фред" - йәғни "табип-ортопед"! Өфөнән 76 йәшлек ҡатын социаль селтәрҙә "сит илдә йәшәгән" "Ким Фред" исемле ир менән танышҡан. Көнөн-төнөн яҙышып, һөйөү һүҙҙәрен яуҙырып, ҡатындың йөрәген яуларға эшкингән әтрәгәләм үҙен табип-ортопед тип таныштырған әле ул. Һәм бер көндө "табип" яңы медицина ҡорамалын һатып алыр өсөн ҡатындан аҡсалата ярҙам һораған (йәнәһе лә, "бурысҡа, әлбиттә!") Татлы телгә алданған ҡатын аферистың иҫәбенә 486 мең һум аҡса күсергән. Тик аҡса күсеү менән "Ким Фред" томан кеүек таралып юҡҡа сыҡҡан шул...

"Ким Фред" аҡса һораһа - олаҡтырығыҙ үҙен берәй яҡҡа!
"Ким Фред" аҡса һораһа - олаҡтырығыҙ үҙен берәй яҡҡа!

Ғафури районында йәшәгән 32 йәшлек ҡатын Интернетта өҫтәмә эш тураһында иғланға тап булған. Иғлан биреүсе менән бәйләнешкә ингәс, ул ҡатынға сайтта иҫәп асып, шунда аҡса һалырға ҡушҡан, имеш тә, шунан һуң вакансиялар исемлеге асыласаҡ. Ҡатын шуға ышанып, билдәһеҙ иҫәпкә 135 мең һум аҡса күсергән. Әммә вәғәҙә ителгән эштең "духы ла" булмаған...

Тәүлек эсендә ете кеше муттарҙың тоҙағына ҡапҡан. Һаҡ булығыҙ, алдана күрмәгеҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: