Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 16:12

“Кәрәккәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

Радий Хәбиров республикаға килеүсе Донбасс кешеләре менән осрашты.

“Кәрәккәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ”
“Кәрәккәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ”

Башҡортостан Башлығы бөгөн «Связист» профилакторийында булды. Унда Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан 209 мәжбүри күскенсе урынлаштырылған.

Әйткәндәй, 21 апрелдә Башҡортостанға килгән беренсе эшелонда Украинаның Херсон өлкәһенән 17 кеше ине. Улар Өфөләге «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус пунктта урынлаштырылған.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә былай тип яҙған:

“..Мариополь ҡасаҡтары менән осраштыҡ. Улар өсөн уңайлы шарттар булдырғандар, Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта ваҡытлыса йәшәү пункттарына урынлаштырғандар. Әлегә беҙгә ике төркөм, 323 кеше килде. Беҙ бер нисә тапҡырға күберәк ҡабул итергә әҙер. Бәләгә тарыусыларға ярҙам итеү, медицина ярҙамы күрһәтеү, уҡыу һәм эш менән тәьмин итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Башҡортостан һәр ваҡыт ҡунаҡсыллығы һәм ярҙамға әҙерлеге менән айырылып торҙо һәм шулай булып ҡаласаҡ та”.

Башҡортостан Башлығы республиканың Ситуация үҙәгендә 8 (347) 218-19-19 номеры буйынса күсеп килеүселәрҙән мөрәжәғәттәр ҡабул итеүҙе ойошторорға ҡушты.

Фото: vk.com (Радий Хәбировтың сәхифәһенән)

 

“Кәрәккәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ”
“Кәрәккәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ”
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: