Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 08:50

Көн торошо

Апрелдең һуңғы кесаҙнаһы дауыллап үтәсәк, тип хәбәр итә синоптиктар.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн елдең ҡапыл көсәйеүе көтөлә: ваҡыты менән секундына 18 метрға етеүе ихтимал, ти белгестәр. Бофорт шкалаһы буйынса был ҙур булмаған ағастарҙың ҡолауына килтереүсе бик көслө ел. Шулай уҡ республикала көслө ямғырҙар яуыуы ла фаразлана.

Халыҡтан һауа торошо боҙолғанда өйҙә ҡалыуҙарын һәм тәҙрәләрҙе ябыуҙарын һорайҙар.

Һауа температураһы 18 градусҡа тиклем күтәреләсәк. Төндә иһә ни бары – 3 градус йылы.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: