Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 09:45

Хужалыҡтар сәсеүгә төштө

Башҡортостанда  сәсеү кампанияһы башланды. Республиканың 44 районында сәсеүгә төштөләр.  

Хужалыҡтар сәсеүгә төштө
Хужалыҡтар сәсеүгә төштө

 

Хужалыҡтар 14 мең гектарҙан ашыу һоло, арпа, бойҙай, борсаҡ, көнбағыш һәм шәкәр сөгөлдөрө сәскән. Аграрийҙар 285 мең гектар майҙанда дым ҡаплата, ужым культураларын туҡландыра, күп йыллыҡ үләндәрҙе тырмата. "Республика, дөйөм алғанда, иген культуралары орлоҡтары, минераль ашламалар, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары менән 100 процентҡа тәьмин ителгән, – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары , ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 1 миллион 720 мең гектарҙа иген сәселәсәк.

Сәсеү кампанияһы өсөн төбәктә бөтә кәрәкле техника әҙерләнгән. 2022 йылдың беренсе кварталында аграрийҙар бөтәһе 1,9 миллиард һумға 585 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алған. "2022 йылғы яҙғы баҫыу эштәрендә 10 меңдән ашыу 850 трактор агрегаты тупраҡты сәсеүгә әҙерләй. Кәмендә 5 мең агрегат (2021 йылға 141 берәмек) ауыл хужалығы культураларын сәсеү менән мәшғүл буласаҡ. Сәсеү кампанияһы башланыр алдынан Рәсәй хөкүмәте аграрийҙарға ярҙамды киңәйтте. Мәҫәлән, иген етештереүселәргә федераль бюджеттан 10 миллиард һум бүленде. Көрсөккә ҡаршы күрелгән саралар пакеты ярҙамында республикала яҙғы баҫыу эштәренә федераль һәм республика бюджеттарынан 2 миллиард 634 миллион һум йүнәлтеләсәк. Был былтырғы кимәлдән 500 миллион һумға күберәк.

 

 

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: