Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 09:15

ГТО нормативтарын үтәү - еңел һынау

Өфөнөң муниципаль хеҙмәткәрҙәре спортты ярата. Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәте ГТО нормативтарын үтәү буйынса сараларға старт бирҙе.

ГТО нормативтарын үтәү - еңел һынау
ГТО нормативтарын үтәү - еңел һынау

Унда 200-ләп кеше ҡатнаша. Программала - йүгереү, тәпәш турниктан күтәрелеү, арҡаға ятып кәүҙәне күтәреү, оҙонлоҡҡа һикереү, ҡулға таянып кәүҙәне күтәреү (отжимание).

Әйткәндәй, һәр кем ГТО үтәй ала. Йәғни, һис юғында көсөн һынап ҡарарға мөмкин. Бының өсөн https://www.gto.ru/ сайтында теркәлергә һәм яҙылырға ғына. Белешмә өсөн телефон: 8-987-495-10-33.

Беләһегеҙ, "Демография" милли проектының мөһим бер йүнәлеше - "Спорт - йәшәү нормаһы" проекты.

Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенән.

ГТО нормативтарын үтәү - еңел һынау
ГТО нормативтарын үтәү - еңел һынау
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: