Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 14:27

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ!

Тиҙҙән Асҡарҙан Сибайға асфальт юлдан ғына елдерәсәкбеҙ.

Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ!
Әбйәлил һәм Баймаҡ райондары халҡы өсөн ҡыуаныслы яңылыҡ!

«Башкиравтодор» предприятиеһы 66,3 саҡрым оҙонлоҡтағы Асҡар – Әлмөхәмәт – Сибай трассаһын ремонтлауҙы тамамлап килә. Был маҡсатта 258,5 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Йәйгә башланыуға бында ремонт эштәрен тамамлаясаҡтар һәм транспорт хәрәкәтенә старт бирәсәктәр.

– Юлды төҙөкләндереү ике район араһындағы транспорт бәйләнешен яҡшыртыуға, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген арттырыуға булышлыҡ итәсәк, – тип белдерә БР транспорт һәм юл хужалығы министры урынбаҫары Виктор Жульков.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Асҡар һәм Сибай араһындағы юлды төҙөкләндереү 2020 йылда башланғайны, ул 3 этаптан торҙо. Ошо көндәрҙә юл ремонтлаусылар асфальт-бетон япмаһының өҫкө ҡатын һала башланан. Бөгөнгәсә 2 саҡрым асфальт түшәлгән. Тағы ла 3,7 саҡрым юлды ремонтлайһы бар. Юл эштәренә 40 берәмек техника йәлеп ителгән.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: