Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 14:42

Башҡортостан был проектта тәүгеләрҙән булып ҡатнаша

Баш ҡалабыҙҙа «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусылар араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Башҡортостан был проектта тәүгеләрҙән булып ҡатнаша
Башҡортостан был проектта тәүгеләрҙән булып ҡатнаша

- Башҡортостан «Профессионалитет» федераль проектында ҡатнашыусы Рәсәйҙәге 42 субъекттарҙың береһе. Машиналар эшләү республика иҡтисадының өҫтөнлөклө тармаҡтарының береһе булғанлыҡтан, республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан «Машиналар эшләү» тармағы буйынса белем биреү-етештереү үҙәге ойоштороуға ғариза әҙерләнде. Конкурс нигеҙендә һайлап алыу йомғаҡтары буйынса беҙҙең республика еңеүсе тип иғлан ителде,  – ти республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова.

Конкурста ҡатнашыу өсөн «Машиналар эшләү тармағы өсөн кадрҙар әҙерләү үҙәге» мәғариф-производство үҙәге эшмәкәрлеге программаһы әҙерләнгән. Уны «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте хуплаған.  Федераль проектта Өфө машиналар эшләү колледжы һәм «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ҡатнаша. Йыл һайын Өфө машина эшләү колледжы һәм «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһындағы социаль партнерлыҡ тураһындағы килешеүгә ярашлы, колледжды тамамлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы предприятиеға эшкә урынлаша.

Машиналар эшләү тармағы буйынса белем биреү-етештереү үҙәгендә машиналар эшләү өсөн квалификациялы кадрҙар әҙерләүсе 5 ҙур белем биреү ойошмаһы ҡатнашасаҡ. Проектты тормошҡа ашырыу барышында 100 миллион федераль субсидия йәлеп ителгән, ошо аҡсаға заманса уҡыу-етештереү майҙансығы булдырыла: колледждың уҡыу корпусында уҡыу оҫтаханалары һәм лабораториялар йыһазландырыла.

Шулай итеп, «Профессионалитет» проектына ярашлы колледж яңыртылырға тейеш. Уҡыу корпусында бөтәһе 4 заманса оҫтахана һәм 7 лаборатория ойоштороласаҡ.

Әйткәндәй, алдағы уҡыу йылының 1 сентябренән «Профессионалитет» федераль программаһы башлана, Уға ярашлы, Рәсәйҙең урта профессиональ белем биреү ойошмаларынан 150 мең самаһы студент уҡый башлаясаҡ. Башҡортостан был проектта тәүгеләрҙән булып ҡатнаша.

 

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: