Бал ҡорттары ауырыуҙарын диагностикалау һәм балды тикшереү буйынса күсмә ветеринария лабораторияһы Башҡортостан ҡалаларына һәм райондарына сыға. Белгестәр төрлө бал ҡорттары ауырыуҙарын асыҡлау өсөн урында бушлай анализдар үткәрә.
Үҙегеҙ менән умарталыҡ паспортын, үлгән бал ҡортон,инә ҡортто, балығыҙҙы алырға онотмағыҙ.
Тикшереү һөҙөмтәләре проба алған мәлдән һуң 10 көндән дә һуңға ҡалмай әҙер буласаҡ. Һөҙөмтәләрҙе ветеринария станцияларында йәки Башҡортостан ветеринария лабораторияһы филиалдарында алырға мөмкин.
Мобиль лаборатория 6 майға тиклем эшләйәсәк. Ҡала һәм райондарға сығыу графигын БР Дәүләт ветеринария хеҙмәтенең «ҡыҙыу линияһы»ның : 8-800-77-55-828 номерына бушлай шылтыратып белә алаһығыҙ.