Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 16:05

"Атайсал" проектына йомғаҡ яһала

29 апрелдә үтәсәк «Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества»  форумында «Атайсал» проектына йомғаҡ яһала. 

"Атайсал" проектына йомғаҡ яһала
"Атайсал" проектына йомғаҡ яһала

2021 йылдың мартында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән «Атайсал - кесе Ватан» проекты иғлан ителде.

Ул ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә тыуған төбәгенә битараф булмаған яҡташтарҙы берләштереп, маҡсатына өлгәште.

   «Атайсал» проекты порталында 2700 ҡатнашыусы теркәлгән, уларға 7800-ҙән ашыу ғариза килгән. Проекттар  һаны буйынса алдынғы бишәү иҫәбендә Стәрлетамаҡ, Краснокама, Салауат һәм Мәләүез райондары килә. Шулай уҡ Салауат, Нефтекама, Стәрлетамаҡ һәм Ағиҙел ҡалалары  лидерҙар рәтендә.

Бөгөнгә алты меңдән ашыу проект тулыһынса ғәмәлгә ашырылған. «Атайсал» ярҙамында йыл эсендә республикала йөҙәрләгән балалар һәм спорт майҙансығы төҙөлгән, ике йөҙҙән ашыу шишмә төҙөкләндерелгән, мәсеттәр һәм ҡорамдар төҙөлгән, ҡала һәм ауыл китапханаларына 3 меңдән ашыу китап тапшырылған, ҡала һәм райондарҙа меңдәрсә төрлө саралар үткәрелгән. Меценаттар был проекттарҙы тормошҡа ашырыуға 570 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлткән.

 

29 апрелдә үтәсәк «Яҡташлыҡ көсө - Сила землячества»  форумында «Атайсал» проектына йомғаҡ яһала. Ул үҙенең кесе Ватанын үҫтереүгә көс һалған яҡташтарыбыҙға рәхмәт билдәһе йөҙөнән үткәрелә. Форум - ул Рәсәй Федерацияһының тарихи-мәҙәни, фәнни-мәғариф һәм эшлекле үҙәге булараҡ Башҡортостан Республикаһының ыңғай имиджын үҫтереү һәм ҡаҙаныштарын күрһәтеү,  республиканан ситтә йәшәгән һәм төрлө дәрәжәләргә  эйә булған, Башҡортостанды үҫтереү һәм танытыу өсөн көм һалған яҡташтарыбыҙҙың презентацияһы. Форумда 1000-дән ашыу кеше ҡатнаша. Программаға «түңәрәк өҫтәлдәр» форматында секция эштәрен уҙғарыу һәм пленар ултырыш индерелгән. «Атайсал - кесе Ватан» проектында ҡатнашыусылар ҙа бүләкләнәсәк.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: