Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
28 Апрель 2022, 15:17

Афарин, «Осҡон»!

БДУ-ның халыҡ театры «Театраль Волга буйы» фестивале еңеүселәре иҫәбендә!

Афарин, «Осҡон»!
Афарин, «Осҡон»!

Бөгөн Ижевск ҡалаһындағы Удмурт милли театрында «Театраль Волга буйы» фестиваленең еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. 

Йәш артистарҙы РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сәләмләне. Ул “Иң яҡшы мәктәп театры” “Иң яҡшы студент театры”, “Иң яҡшы режиссер”, “Иң яҡшы актер”, “Иң яҡшы актриса” тигән номинацияларҙа еңеүселәрҙе иғлан итте. Шулай уҡ афиша конкурсы еңеүселәре награда алды. Призерҙарға иҫтәлекле бүләктәр һәм яңы спектакль ҡуйыуға гранттар тапшырылды.

«Удмурт ерендә театр берләшмәһенең йыйылыуы матур традицияға әйләнә бара, бик шатмын. Фестиваль үҙенә тартып торған үҙәккә, таныулы һәм берләштереүсе мәҙәни брендҡа әүерелде», - тине Игорь Комаров. 

Быйыл иң төп наградаға - “Иң яҡшы студент театры” номинацияһында беренсе урынға Пермь крайы театры лайыҡ булды. Икенсе урында - Сыуаш республикаһы, өсөнсө урында Башҡортостан коллективы билдәләнде. Республикабыҙ данын БДУ-ның “Осҡон” халыҡ театры яҡланы. Яҡташтарыбыҙ бәйгегә «Һуңғы шаһиттар» спектаклен тәҡдим итте. Ә “Иң яҡшы мәктәп театры” номинацияһында беҙҙекеләр икенсе урын яуланы. “Арлекин” өлгөлө балалар театр студияһы “Өс таған” спектаклен ҡуйҙы.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ!

 

Афарин, «Осҡон»!
Афарин, «Осҡон»!
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: