Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 18:13

Юл фажиғәләре - 26 апрель

Төнгө өс тирәһендә Иглин районында, Һамар-Өфө-Силәбе автоюлының 1493-сө саҡрымында, Өфөнән 43 йәшлек ир идара иткән "Falkon Terrail" мотоциклы менән Силәбенән 38 йәшлек ир идара иткән "DAF" йөк машинаһы бәрелешкән. Ауыр яраланған мотоциклист дауаханаға оҙатылған. Мотоциклдар менән бәйле авариялар осоро башланды...

Юл фажиғәләре - 26 апрель
Юл фажиғәләре - 26 апрель

Уҙған тәүлектә республика юлдарында биш автомобиль аварияһы теркәлгән, уларҙа биш кеше йәрәхәтләнгән. Бер тәүлектә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре 1700-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағын асыҡлаған, 31 иҫерек водителде тотҡан.

Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: