Белеүебеҙсә, кеше организмы ла күпселек һыуҙан тора. КШуның ике процентын ғына юғалтһа ла, ул һыуһай, тамағы кибә. Ә 6 – 8 процентын юғалтһа, аңын юғалтыр хәлгә етә. 10 процент һыу юғалһа, галлюцинициялар башлана, ризыҡты йотоу ауырлаша. Ә инде кешегә 12 процент һыу етмәһә, ул үлә.
*Ерҙә сөсө һыу 3 процент ҡына, уның да күп өлөшө – боҙҙарҙа. Тик 1,1 проценты ғына эсергә яраҡлы.
*400 миллиондан ашыу кеше һыу етмәгән төбәктәрҙә йәшәй, миллиардтан ашыу кеше хәүефһеҙ эсәр һыуға мохтажлыҡ кисерә, 850 млн кеше баҡсаларға һәм баҫыулыҡтарға һибергә һыу етмәгәнлектән асыға.
*Йылына 2 миллиондан ашыу кеше эсәр һыуҙың бысраныуына бәйле ауырыуҙарҙан үлә. Үҫешкән илдәрҙә сирҙәрҙең 75 проценты ашарға бешерергә һәм эсергә яраҡһыҙ һыуҙан барлыҡҡа килә
*Кеше организмы 60 – 70 процентҡа һыуҙан тора, ә баланыҡы – 80 проценҡа.
* Кеше һыуһыҙ 3 – 5 көн генә йәшәй ала. Үҙ ғүмерендә ул уртаса 35 тонна һыу эсә.
*Үҙ ғүмерендә һәр кем һыу үткәргес аша килгән һыуҙан яҡынса 420 стакан тоҙ һәм бысраҡ ала.
Фото: Т.Аманов.