Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 16:29

Һөйөнсө, Әүлиә шишмәһе күренде!

Был турала Фәнүр Шаһиев үҙенең сәхифәһендә хәбәр итте. Тәүге 3-4 көндә һыу кимәле күтәрелеп, шишмә яҡынса 25 көн аға, һуңынан 10-15 көн эсендә кәмей барып, киренән ер аҫтына инеп юғала, тип яҙа ул: "Шишмә уртаса 40 көн аға (30 көндән алып 60 көнгә тиклем). Быйыл яҡынса 10 июнгә тиклем ағасаҡ". Ентекләберәк (ҡағиҙәләр) сайтта.

Һөйөнсө, Әүлиә шишмәһе күренде!
Һөйөнсө, Әүлиә шишмәһе күренде!

Автомобиль туҡталҡаһы һәм шишмә һыуы бушлай. Шишмәне төҙөкләндереүгә, дежурға, йыйыштырыуға аҡса ҡалдырырға теләүселәр өсөн Әүлиә шишмәһе янында йәшниктәр ҡуйылған. Уҙған йылда шул аҡсаларға һәм Шаһиевтарҙың үҙҙәренең аҡсаһына Әүлиә шишмәһе янында яңы беседка ҡуйылған, Йыланды шишмәһенә 2 "КамАЗ" ҡырсынташ түшәлгән.

Ял һәм байрам көндәрендә бик күп кеше килә, 11.00-17.00 сәғ. бигерәк тә кеше күп йыйыла. Сәғәттәр буйына сиратта торғоғоҙ килмәһә, аҙна уртаһында килергә тырышығыҙ. Иртә менән, кисен дә кеше аҙыраҡ.

20-25 майға тиклем килегеҙ - һыу шәп аҡҡан мәлдә.

Һәр кешегә бишәр литр һыу алырға мөмкин.

Йыланды шишмәһенең дә һыуы бик тәмле, шифалы.

Әүештау - изге урын һанала! Изге ниәттәр менән генә килегеҙ, ҡомһоҙлоҡ күрһәтмәгеҙ!

Шишмәлә һәм юлда видеокамералар тора.

Машиналарҙы аҫҡы туҡталҡала ғына ҡуйырға мөмкин. Өҫкә ялан - ял урыны. Унда машина менән инергә рөхсәт юҡ (шлагбаумдар ҡуйылған).

Бәҙрәфтәр ташлы урындан икенсе ергә күсерелгән.

Әүештауҙа сүп-сар ҡалдырмағыҙ! Сәскәләрҙе, үләндәрҙе өҙмәгеҙ! Спиртлы эсемлектәр эсеү ҙә тыйыла.

Сауҙа нөктәләре урыны түләүле. Урындар иҫәпле генә. Сауҙа итеү Туңғатар ауыл советы менән килешкәндән һуң рөхсәт ителә. Һатыусыларға бейджиктар мотлаҡ. 

Талпандарҙан һаҡланығыҙ! Тауҙағы ер талпандарға ҡаршы эшкәртелмәгән.

Шәхси эшҡыуар Шаһиев Ф.Ф. экскурсиялар, төшкө аш ойоштора, сувенирҙар, бал һата, милли уйындар үткәрә (уҡ атыу һ.б.) 

Фото: Ф.Шаһиев.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: