Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 17:52

Урмандарға инһәң...

Кисә кисен ике ҡатын менән ир эш буйынса Магнитогорск ҡалаһынан Әбйәлил районына юлланған. Ауыл-ара юлға боролоп, улар Асҡар ауылы янындағы урманда аҙаша. Үҙ аллы урмандан сыға алмағас, улар 112 номерына шылтыратҡан. Аҙашҡан компанияны Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары һәм полиция эҙләй. Бәхеткә күрә, барыһы ла уңышлы тамамлана: компанияны төндә хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре эҙләп тапҡан.

Урмандарға инһәң...
Урмандарға инһәң...

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, йыл башынан алып ашығыс хеҙмәттәргә 61 кешенең юғалыуы тураһында 37 мөрәжәғәт килгән. 61 кешенең барыһы ла имен-аман табылған.

Урманға барырға йыйынһағыҙ, ҡырға сыҡһағыҙ, яҡынса маршрутығыҙ тураһында һәм ҡайтыу ваҡытын яҡындарығыҙға әйтергә онотмағыҙ. Кеҫә телефонының заряды тулы булһын, үҙегеҙ менән эсергә һыу, бер аҙ ашамлыҡ, кәрәкле дарыуҙарҙы алығыҙ.

Таныш булмаған ерҙәргә бармағыҙ.

Аҙашҡанда 112 номерына шылтыратып, ярҙам һорағыҙ!

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: