Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 09:15

Урамға сирень еҫе туласаҡ

Өфөнөң Комсомол урамына 125 төп сирень ҡыуағы ултыртылды.

Урамға сирень еҫе туласаҡ
Урамға сирень еҫе туласаҡ
 

"Йәшел Башҡортостан" экологик акцияһы буйынса баш ҡалала 18 тематик аллея барлыҡҡа килде. Уларға бик матур атамалар ҙа бирелде.

Өфөнөң Комсомол урамында, Бессонов урамынан Һәҙиә Дәүләтшина бульварына тиклемге өлөшөндә, сирень ултырттылар. Беләһегеҙ, был урам "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" милли проекты буйынса яңыртыла. Әйткәндәй, урамға ҙур ағастар ултыртыу ҡаралмаған, шуға ла халыҡ һорауы буйынса йәшелләндереү кәрәккәс, ҡыуаҡлыҡ үҫентеләре әҙерләнгәйне. Акцияға хеҙмәт коллективтары ҡушылды. Сирень үҫкән аллеяға, моғайын, транспорт өлкәһенә ҡағылышлы исем бирерҙәр.

Фото: Өфө хакимиәте сайтынан.

 

Урамға сирень еҫе туласаҡ
Урамға сирень еҫе туласаҡ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: