Комплекс төҙөү эштәре аҙағына яҡынлаша, әле экспозициялар, ҡоролмалар ҡуйыла. Бөгөн объекттың әҙерлеге менән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Александр Сергеев танышты.
Музей ете тематик бүлекте берләштерә: «Урал батыр» эпосы», «Таймлайн», «Медиазал», «Ҡаялағы һүрәттәр сәнғәте», «Археология», «Тәбиғи фәндәр» һәм «Һаҡлау». Иң төп экспонаты — Шүлгәнташ мәмерйәһендәге тәүтормош һүрәттәре йыйылмаһы. Уны махсус заказ буйынса француз ғалимдары эшләгән.
Академия президенты әйтеүенсә, музей комплексы Шүлгәнташты һаҡлауҙа һәм танытыуҙа ғына түгел, ғилми йәһәттән дә оло әһәмиәткә эйә. Ул рухи аманатты киләсәк быуындарға тапшырыуға тиң. Бында кешелек тарихы менән танышырға, тәүтормош кешеләренең тауыштарын ишетергә мөмкин буласаҡ.
— Был туристарҙы йәлеп итерлек урын булырға тейеш. Ғилми үҙәк эшләйәсәк, ғалимдар килеп, фәнни тикшеренеүҙәр үткәрәсәк. Симфоник оркестрҙың сығышын көтәм. Бында тормош ҡайнап торасаҡ. Беҙ былтыр Шүлгәнташҡа юлды ремонтлағайныҡ. Быйыл мобиль элемтә мәсьәләһен хәл иттек. Газ үткәрергә, һуңынан яҡшы ҡунаҡхана төҙөргә ҡалды. Яйлап-яйлап Бөрйәнде туризм мәркәзенә әйләндерәсәкбеҙ, — тип яҙған Радий Хәбиров.