Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 14:40

Ғәҙәти уйын бәлә менән тамамланған

Уға ни бары 3 йәш  кенә булған.

Ғәҙәти уйын бәлә менән тамамланған
Ғәҙәти уйын бәлә менән тамамланған

Өфөләге Граждандарҙы яҡлау идаралығының эҙләү-ҡотҡарыу отряды хеҙмәткәрҙәре өс йәшлек малайға ярҙам күрһәткән. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә һөйләүҙәренсә, сабый һеңлеһе менән иҙәндәге спорт комплексы янында уйнаған. Һуңынан уның аҫтына үтеп инергә булған һәм планкалар араһына башын тыҡҡан.

- Был эште ул бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ башҡарған, ә бына киренән уны тартып сығара алмаған. Сабыйҙарҙың әсәһе шунда уҡ ҡотҡарыусыларға мөрәжәғәт иткән. Улар планкаларҙы һүтеп, малайҙы ҡотҡарған. Бала медицина ярҙамына мохтаж түгел, – тип хәбәр итәләр Өфө буйынса Граждандарҙы яҡлау идаралығында.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: