Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 15:58

Сират Бөрйән менән Хәйбуллаға етте!

Ҡасандыр әлеге райондарҙың биләмәһен бөрйән ырыуы халҡы төйәк иткән. Бөгөн улар бик татыу йәшәй, маҡсаттары ла, эштәре лә берегә.

Сират Бөрйән менән Хәйбуллаға етте!
Сират Бөрйән менән Хәйбуллаға етте!


 Хатта Бөрйәндең элекке башлығы Рөстәм Шәриповтың бөгөн Хәйбулланы етәкләүендә ниндәйҙер хикмәт бар. Бына ошо дуҫлыҡты һынап ҡарап, хәйбулла-бөрйәндәрҙең күңеленә дәрт өҫтәп. үҙенсәлекле бәйге үткәрергә булдыҡ!

Әйҙәгеҙ, хәйбуллалар һәм бөрйәндәр кем әүҙемерәк? Бының өсөн махсус ҡушымтаға үтеп 4 майға тиклем тауыш бирегеҙ. "Йәшлек" гәзите журналистарының киләһе сәфәре яҙмышын һеҙ хәл итәһегеҙ. Рөстәм Шәриповтың элек етәкләгән районынамы, әллә әлегеһенәме?

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас: