-12 °С
Болотло
Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре менән осрашты. Журналистар уның отставкаһы тураһындағы хәбәр хаҡында һорашты.
Республика Башлығы был турала бер нимә лә белмәүен әйтте. «Имеш-мимеш хәбәргә иғтибар итеү – бик яҡшы булмаған эш. Мин һеҙгә яуап бирәм: был хаҡта бер нимә лә белмәйем», – тине Радий Фәрит улы.