Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 16:35

«Коррупцияға – юҡ!»

– Әйткәндәй, күптән түгел генә  телевизорҙан ришүәт алыу тураһында тапшырыу күрһәткәйнеләр. Мин бер нимә лә аңламаным. Атай, ришүәт нимә була ул? – Әйҙә мин һиңә балыҡсы теле менән аңлатып ҡарайым әле. Анау, биҙрәне күрәһеңме? Ул буш тора. Өйөбөҙгә ҡайтып барғанда, беҙ магазинға инеп, ошо биҙрәне тултырып балыҡ алырбыҙ. Ә әсәйеңә  беҙ уны үҙебеҙ тоттоҡ тип әйтербеҙ. Ошо мәғлүмәтте һин әйтмәһен өсөн мин һиңә 2 килограмм кәнфит бирәм. Тимәк, һин 2 килограмм кәнфит алаһың да, әсәйеңде алдайһың. Ябай итеп аңлатҡанда бына шул ришүәт алыу була инде.

«Коррупцияға – юҡ!»
«Коррупцияға – юҡ!»

Балыҡсы атай менән улы һөйләшеүен сәхнәлә Башҡортостан Республикаһы федераль ҡаҙналығы идаралығы командаһы күрһәтте.

Финанс-иҡтисади органдарҙың Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумының «Коррупцияға – юҡ» төбәк этабы үтте. Унда 10 команда ришүәт алыуға бәйле сәхнә оҫталыҡтарын күрһәтте. Шундай етди теманы ла шаяртыу аша аңлатып була икән. Бик мауығып, көлә-көлә ҡараныҡ.

Кемдәр еңеүсе булдымы?  18 йәшкә тиклемгеләр араһында өсөнсө урынды Бүздәктәге 2-се мәктәп, «Һигеҙгә – 5 мең» тамашаһын тәҡдим иткән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы командаһы яуланы. Икенсе урында – «Тауыш шоуы»н күрһәткән ошо уҡ уҡыу йорто командаһы. Ә Өфө тармаҡ технологиялары колледжы командаһы беренсе урынға лайыҡ булды.

19-ҙан 35 йәшкә тиклемгеләр араһында өсөнсө урында – БДУ-ның колледжы командаһы, икенсе урында – «Бумеранг законы” тамашаһы менән Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы командаһы. Ә Өфө юридик институты командаһы беренсе урынды алып һөйөндө.

Өсөнсө йәш категорияһы 36 йәштән өлкәндәр араһында билдәләнде. Бында өсөнсө урынды Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй реестры идаралығы хеҙмәткәрҙәре яуланы, икенсе урында – Яңауылдағы «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһы командаһы. Башҡортостан Республикаһы федераль ҡаҙналығы идаралығы командаһына беренсе урын бирелде.

 

 

АВТОР фотолары.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: