Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 09:00

Көн торошо

Башгидрометүҙәк алдағы ике көнгә һауа торошо хаҡында хәбәр итте. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, республикала 27 һәм 28 апрелдә 25 градусҡаса йылыта.

Көн торошо
Көн торошо

Бөгөн урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуасаҡ, айырым райондарҙа йәшен йәшнәйәсәк. Ел көньяҡтан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ – 20-25 градус йылы.

28 апрелдә көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Бер аҙ ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе ихтимал, республиканың көньяғында яуым-төшөмһөҙ. Ел көньяҡтан йүнәлешен көнбайышҡа үҙгәртеп талғын, ҡайһы бер райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә – 8–13, көндөҙ 15–20, республиканың көньяғында 25 градусҡа тиклем йылы буласаҡ.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: