Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 12:11

Өфөлә Вәхит Хызыровтың китабының исем туйы үтте

Күптән түгел халыҡ артисының әҫәрҙәре абруйлы конкурста еңеү яулағайны.

Өфөлә Вәхит Хызыровтың китабының исем туйы үтте
Өфөлә Вәхит Хызыровтың китабының исем туйы үтте

Өфөләге сауҙагәр Чижов йортонда Башҡортостандың халыҡ артисы Вәхит Хызыровтың китабының исем туйы үтте. 

Артист сара ҡунаҡтарына китабының йөкмәткеһе хаҡында, бала саҡ иҫтәлектәре, ата-әсәһе тураһында һөйләне. Яҡындарының тормошҡа ҡарата һәр саҡ позитив ҡарашта булыуын билдәләне. Вәхит Хызыров һүҙҙәренсә, уның тыуған төйәге хаҡындағы әҫәрҙәрен ауылдаштары бик йылы ҡабул иткән.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Марат Зөлкәрнәев та Вәхит Ғәлибай улының әҫәрҙәре халыҡсан һәм ихлас булыуын әйтте.

«Башҡорт телендә «ихласлыҡ» тигән һүҙ бар. Вәхит Хызыровтың әҫәрҙәре шундай. Улар һәр кем өсөн яҡын. Вәхит ағай күңелен биреп йырлай ҙа, әҫәрҙәр ҙә ижад итә», – тине Марат Миңлеғәле улы.

Осрашыуға артистың хеҙмәттәштәре – БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Венера Йомағолова, уҡыусылары Азат Закиров һәм Тимур Ҡолбахтин килде. Бынан тыш, сара һуңында Милли китапхана һәм Башҡорт Кооператив институты етәкселәре хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: