– Бер йыл тирәһе элек Баймаҡтан «Саптар» бейеү коллективы хаҡында яҙғайным. Уларҙың профессионалдарҙан ҡалышмай бейеүе, үҙҙәре тегеп кейгән костюмдары, ҙур репертуары һоҡландырғайны.
«Саптар»ҙа өс йөҙләп бала шөғөлләнә, әммә бынан тыш та унда эләгергә теләүселәр бихисап. Хатта күрше Сибайҙан Баймаҡҡа килеп шөғөлләнгәндәр ҙә бар. Ошоноң барыһын да талантлы етәксе Радик Бакиров ойошторған.
«Саптар»ҙарҙы Өфөлә концерт бирергә саҡырғайным. Әммә оҙайлы пандемия арҡаһында улар килә алманы. Ниһайәт, кисә теләгемде тормошҡа ашырҙылар.
Был сара баймаҡтарҙың ҙур байрамына әүерелде. 700 урынлыҡ залда алма төшөрлөк тә урын ҡалманы. 200-ләп кеше урын етмәү сәбәпле, ҡайтып китергә мәжбүр булды.
Баймаҡтар менән ошондай байрамды йыл һайын үткәрергә һөйләштек. Район башлығы Фәнис Әминев шатлыҡлы хәбәр еткерҙе – «Саптар» коллективына яңыртылған Баймаҡ стадионынан яңы зал бүленәсәк.
Сара шул тиклем уңышлы үтте, хәҙер башҡа райондарға ла ошондай саралар үткәрергә тәҡдим итмәксемен. Йә, әбйәлилдәр-хайбуллалар, баймаҡтарҙан ҡалышмайһығыҙмы? – тип яҙҙы БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов.