Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 11:42

Бөгөн – вахтасы көнө

Ийй, вахтовиктар... Күптәрҙе тертләтеп ҡуя ошо һүҙ. Һәр кем үҙ ғаиләһе янында ғына йәшәр ине... Мөмкин булһа. 

Бөгөн – вахтасы көнө
Бөгөн – вахтасы көнө

Вахтасы көнө беҙҙә 12-се тапҡыр билдәләнә. Вахта ысулы менән эшләүселәр теләге буйынса булдырылған дата.

Беҙҙекеләр йыш ҡына Себер һалҡынында бил бөгә. Ярай ҙа, ауыр эшенә бәрәбәр аҡсаһын да, кем әйтмешләй, “көрәп” алып ҡайтһа.

Вахтасыларҙың хеҙмәте дәүләт өсөн үтә лә мөһим. Шуға ла РФ Хеҙмәт кодексында айырым бүлек ҡаралған.

Түбәндә уйландырырлыҡ бер шиғыр (интернет селтәренән алынды).

Себер китә ҡыҙҙар...

Себер китә ҡыҙҙар. Тыма йырҙар.
Етем тороп ҡала ғаиләһе.
Фәрештәһе өйҙөң сығып китә.
Аңламайым һис тә ғилләһен.
Ҡатын-ҡыҙҙың эшеме ни себер?!
Һеҙҙең өсөнмө ни һалҡындар?!
Сит тарафта нимә юғалттығыҙ?
Аңлатығыҙ, зинһар, ҡатындар!
"Тел төбөңдө беләм инде, ағай,
Рәнйетмәсе берүк нахаҡҡа.
Өйҙә генә бик тә ятыр инем,
Эшем булып, ирем мал тапһа.
Хәйерле юл теләп, мәктәбенә
Оҙатыр ҙа инем алмамды.
Тел йоторлоҡ итеп өйҙә генә
Һалыр инем ошо һалмамды.
Рәхәтләнеп йырлай-йырлай йөрөп,
Йыуыр инем керен, иҙәнен.
Үҙем бында эштә, ә күңелем
Өйҙә йәшәй. Шуны һиҙәмен.
Рәнйетмәсе, ағай, дөрөҫөн яҙ,
Вәғәҙә бир, ҡарап күҙемә.
Һин дә ашығаһың, минең дә шул
Ваҡыт ҡалмай бер ҙә үҙемә".
...Ҡала урамдары бушап ҡалған...
Иҫерек ир һорай биш тәңкә.
Себер китә ҡыҙҙар. Тыма йырҙар.
Был шиғырым булды тиктәҫкә.
Н. Һаҡмаров, 05. 11. 2017 й.

 

Бөгөн – вахтасы көнө
Бөгөн – вахтасы көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: