Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апреля 2022, 06:30

Бөгөн - Ҡәҙер кисе

Ҡәҙер кисен доғала үткәрәйек. Был төндә күктән фәрештәләр төшөр, бәхетлеләр күк ҡабағы асылғанын күрер.

Бөгөн - Ҡәҙер кисеБөгөн - Ҡәҙер кисе
Бөгөн - Ҡәҙер кисе

 

Мөхәммәт бәйғәмбәр  бер мәжлестә сәхәбәләргә мөрәжәғәт итеп: «Ҡәҙәр кисен Рамаҙан шәриф айының ахырғы ун көнөнөң бер таҡ кисендә эҙләгеҙ»,  -тигән. Йәғни был изге кис  21, 23, 25, 27, 29-сы кистәрҙең береһендә булыуы ихтимал. Ошо мәлдәрҙә доғаны,  дини ғәмәл үә ғибәҙәттәрҙе, изгелек үә игелектәрҙе айырыуса күберәк ҡылыу хәйерле.

Ислам динендәге мөбәрәк кистәрҙең иң ҡиммәтлеһе – Ҡәҙер кисе. Хәҙистәрҙә: «Ҡәҙер кисенә инанып, сауабын өмөт итеп, ғибәҙәт ҡылғандарҙың бөтә гонаһтарын Аллаһы Тәғәлә ғәфү итер», – тип әйтелә.  Ғибәҙәттә ҡаза намаҙын үтәү, Ҡөрьән Кәримде уҡыу, доғалар ҡылыу, тәүбә итеү, саҙаҡа биреү, мосолмандарҙы һөйөндөрөү һәм башҡа сауаптарға ирешеү – быларҙың барыһы ла был кискә хөрмәт күрһәтеү ишараһылыр. Хөрмәт күрһәтеү гонаһлы эштәрҙе эшләмәү менән дә хасил булыр.

 Ҡәҙер кисенең сауабы мең айҙан да хәйерлерәк, мең ай ҡылған ғибәҙәттәрҙән дә артығыраҡтыр.

 Ҡәҙер кисендә Раббыларының рөхсәтенән төрлө бойороҡтар менән күктәрҙән фәрештәләр төшә.

 Был кистә намаҙ, Ҡөрьән уҡып, ураҙа тотҡан мөьминдәргә фәрештәләр Аллаһтан сәләм уҡырҙар.

 Ҡәҙер кисенең дауамы ҡояш байығандан башлап таң атҡанға саҡлылыр.

 Ҡәҙер кисе тураһында хәҙис- шәрифтәрҙә былай тип бойорола:

 Ҡәҙер кисендә бер тапҡыр « Иннә әңзәлнәһү» сүрәһен уҡыған башҡа замандарҙа Ҡөрьән Кәримде даими уҡыусынан да һөйкөмлөлөр.

 Ҡәҙер кисендә бер тәсбих «Собханаллаһ» ,  бер тәсбих -  «Әлхәмдүллиллаһ», бер тәһлил «Аллаһу Әкбәр» әйтеүсе минең янымда ете йөҙ мең тәсбих һәм тәһлил әйтеүсенән ҡиммәтлелер.

 Ҡәҙер кисендә өс тапҡыр « лә иләһә илләл лаһ» тип әйтеүсенең  беренсеһендә гонаһтары кисерелер, ғәфү ителер, икенсеһендә йәһәннәмдән ҡотолор, өсөнсөһөндә йәннәткә инер.

 Ҡәҙер кисендә « Әл- Ҡәҙер» ( Ҡөҙрәт) сүрәһен уҡыған кеше Ҡөрьән Кәримдең дүрттән берен уҡыған кеүек булыр.

 Ҡәҙер кисендә күк ҡабағы ла асыла, тиҙәр. Ул тик бәхетлеләргә генә күренә.

 Рамаҙан айында күңелегеҙҙе зекерҙәр, тәсбихтәр, Ҡөрьән уҡыу менән биҙәгеҙ! Теләгәндәрегеҙ тормошҡа ашыр.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас