Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 22:04

Һарымһаҡты нисек һәм ҡасан ашларға?

Һарымһаҡ үҫтереүҙең дә үҙ тәртибе бар. Айырыуса ваҡытында һәм дөрөҫ ашлау мөһим. 

Һарымһаҡты нисек һәм ҡасан ашларға?
Һарымһаҡты нисек һәм ҡасан ашларға?

Һарымһаҡтың тәүге япраҡтары ерҙән күренә  башлау менән азотлы ашлама менән туҡландырырға кәрәк. Бының өсөн  10 л һыуҙа бер ҡалаҡ мочевинаны иҙергә. Ул бер квадрат майҙанға етә.

Һарымһаҡтың япраҡтары 10 – 15 сантиметрға еткәс, төбөндәге тупрағы соҡоп алып, көл һибергә һәм ҡабат өҫтөнән тупрағын ҡаплап ҡуйырға кәрәк. Быны һарымһаҡтың уҡтары барлыҡҡа килә башлағас та ҡабатларға кәңәш ителә.

Һармыһаҡтың уҡтарын өҙгән ваҡытта бер нисәүһен ҡалдырырға онотмағыҙ. Уның буйынса һарымһаҡты йыйып алыу ваҡытын билдәләргә мөмкин. Башындағы ҡабы ярылып, эсендәгеһе тышҡа сығып торһа,  һарымһаҡты йыйып алырға ваҡыт етте тигән һүҙ.

Фото:Т.Аманов. 

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас: