Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 14:41

Ғаиләләргә 100 мең һум аҡса бирелә

Бөтәһенә лә түгел шул, айырым бер төркөмгә.

Ғаиләләргә 100 мең һум аҡса бирелә
Ғаиләләргә 100 мең һум аҡса бирелә

Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары «Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында»ғы законға тейешле үҙгәрештәр индерергә йыйына. Һүҙ «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалын тапшырыу тураһында.

Закон проекты бүләкләнеүселәр исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тота. Унда ете һәм унан күберәк балаларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ опекундар һәм попечителдәр, шул иҫәптән ете һәм унан күберәк етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр, патронат тәрбиәселәр, өс һәм унан да күберәк инвалид баланы тәрбиәгә алыусылар индерелә.

– Башҡортостанда «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы 2014 йылда булдырылды. Урындағы үҙидара органдары тәҡдиме менән йыл һайын республикабыҙҙа ун ғаилә ошо юғары наградаға лайыҡ була. Сәләмәт һәм әүҙем тормош алып барған, спорт һәм ижад менән шөғөлләнгән, үҙ өлгөһөндә йәмғиәттә традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға булышлыҡ иткән ғаиләләр, — тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.

«Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнеүселәргә 100 мең һум премия бирелә. Премияға һалым юҡ.

Ғаиләләргә 100 мең һум аҡса бирелә
Ғаиләләргә 100 мең һум аҡса бирелә
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: