Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
27 Апрель 2022, 17:30

19 йәшлек студент үҙ-үҙенә ҡул һалған...

Кисә, 26 апрелдә, Күмертау тау колледжы студенты үҙ ғүмерен ҡыйған...  Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүенсә, 19 йәшлек егет ҡомарлы уйында (ставкаларҙа) уйнағанда отолған. Уйнар өсөн бурысҡа ҙур сумма аҡса алған булған. Егет был турала ата-әсәһенә һөйләргә ҡурҡып, колледж ятағында үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип яҙа "Күмертау ваҡыты" хәбәрсеһе. 

19 йәшлек студент үҙ-үҙенә ҡул һалған...
19 йәшлек студент үҙ-үҙенә ҡул һалған...

Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты әлеге осраҡ буйынса тикшереү алып бара.

Егеттең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ...

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: