Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 10:39

Йылға буйында үлеп ятҡан

Салауат районында ике бала әсәһенең үле кәүҙәһе табылған.

Йылға буйында үлеп ятҡан
Йылға буйында үлеп ятҡан

Кисә ашығыс хеҙмәттәргә Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы буйында билдәһеҙ кешенең үле кәүҙәһе табылыуы тураһында хәбәр килә. Хоҡуҡ һаҡсылары тиҙ арала ваҡиға урынына йүнәлә һәм үлектең шәхесен билдәләй. Ул Салауат районынан 43 йәшлек ҡатын булып сыға.

Мәғлүм булыуынса, ҡатын бер ҡайҙа ла рәсми эшләмәгән, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡмаған. Уның бәлиғ булмаған ике сабыйы һәм оло йәштәге әсәһе ҡалған. 

Хоҡуҡ һаҡсылары ваҡиға сәбәптәрен тикшерә. Судмедэкспертиза һөҙөмтәләре әсәнең ни сәбәптән мәрхүм булыуын күрһәтәсәк.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: