Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 18:54

"Йоҡларға ҡамасаулағайны..."

Ауырыған әсәһен бысаҡ сәнсеп үлтергән 28 йәшлек ҡатын, ниһайәт, үҙ ғәйебен таныған. "Мин йоҡлай алмай яттым, етмәһә, ул шаулап, миңә йоҡларға ҡамасауланы", - тип аңлатҡан ул ҡылығын полиция хеҙмәткәрҙәренә. Әсәһенә ни бары 49 йәш булған. Был ҡурҡыныс ваҡиға тураһында тулыраҡ сайтта.

"Йоҡларға ҡамасаулағайны..."
"Йоҡларға ҡамасаулағайны..."

15 февралдә була был хәл. Өфөлә йәшәгән 28 йәшлек иҫерек ҡатын "йоҡларға ҡамасаулаған" әсәһенең муйынына бысаҡ менән сәнсә. Әсәһе шунда уҡ йән бирә. Ҡыҙы ҡан таптарын һөртә, әсәһенең кейемен алыштыра. Бергә йәшәгән һөйәренә, әсәйем үҙ үлеме менән үлде, ти. Шунан һуң "Тиҙ ярҙам" менән полицияны саҡыртып, уларға ла шул хәбәрҙе еткерә. 49 йәшлек ҡатындың байтаҡ ваҡыт ауырығанын, муйынындағы бысаҡ эҙенең бәләкәй генә булыуын иҫәпкә алып, уның һүҙенә, бәлки ышанырҙар ҙа ине. Әммә суд-медицина экспертизаһы ҡатындың күп итеп ҡан юғалтыуҙан үлгәнен асыҡлай. Ҡыҙы үҙ ғәйебен оҙаҡһыҙ танымай. Хоҡуҡ һаҡлаусылар кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәрҙе  йыйып, һорау алғанда ғына әсәһен үлтереүен таный.

Өфөнөң Октябрь районы буйынса Тәфтиш бүлеге әсәһен үлтереүҙә ғәйепләнгән 28 йәшлек ҡатынға ҡарата енәйәт эшен тикшереүҙе тамамланы.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас: