Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 13:25

Ҡыҙыу таксист...

22 апрелдә «Башавтотранс» водителенең йөҙөнә боросло баллончиктан һиптергән таксист-нелегал закон алдында яуап тотасаҡ. "Дәүләкән-Өфө" маршруты буйынса йөрөгән «Башавтотранс» водителе Антон Савельев ул көндө иртән туҡталышта пассажирҙарҙы көтөп торған. Автобусҡа «Лада Ларгус» водителе инеп, кешеләрҙе үҙенең машинаһына күсеп ултырырға өгөтләргә керешкән. «Башавтотранс» водителе асыуланғас, агрессив таксист уның битенә газ баллончигынан һиптергән. 

Ҡыҙыу таксист...Ҡыҙыу таксист...
Ҡыҙыу таксист...

«Башавтотранс» водителен дауаханаға алып киткәндәр, пассажирҙарҙы автобустың икенсе водителе Өфөгә илтеп ҡуйған.  Антон Савельев һөжүм итеүсегә ғариза яҙған,  судмедэкспертиза үткән. 

Ә таксист әлегәсә маршрутта йөрөһә лә, полиция хеҙмәткәрҙәре уның буйынса тикшереү эшен башлаған.

Әйткәндәй, былтыр «ларгус»тар ҡатнашлығында йөҙгә яҡын авария теркәлеп, уларҙа 18 кеше һәләк булды, 131 кеше йәрәхәтләнде. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас