Дронин бөгөн мылтыҡтан атырға урманға сыҡҡан. Уға Руслан Әхтәмов эйәргән. Урманда егет 68 йәшлек иргә һөжүм итеп, мылтығын талап ала һәм уның башына, күкрәгенә атып үлтерә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре әлеге ваҡытта Әхтәмовтың әсәһенән һорау ала, Русландың ни өсөн бындай вәхшилеккә барыуын аңларға тырыша.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөгөн Ульяновск өлкәһенең Вешкайма балалар баҡсаһында атыш була. Бәләкәстәр төшкө йоҡоға талған мәлдә енәйәтсе "Рябинка" балалар баҡсаһына килеп, тәүҙә болдорҙо йыуған тәрбиәсе ярҙамсыһы Ольга Митрофановаға ата (ул шунда уҡ йән бирә), шунан төркөмгә инеп, алты йәшлек ҡыҙҙы, биш йәшлек малайҙы атып үлтерә. Һуңынан үҙенә ата.
Балалар баҡсаһында һаҡсы юҡ, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡырыу төймәһе генә бар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.