Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 11:05

Сирҙең ныҡлап таралыуы күҙәтелә

Белгестәр һаҡланыу сараларын үтәргә кәңәш итә.

Сирҙең ныҡлап таралыуы күҙәтелә
Сирҙең ныҡлап таралыуы күҙәтелә

2022 йылдың башынан Башҡортостанда бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән ауырыуҙың 38 осрағы теркәлгән, тип хәбәр итте “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы. Был күрһәткестәр былтырғы ошо уҡ осорҙан 3,8 тапҡырға күберәк, тип белгестәр.

Эксперттар сирләү осраҡтарының артыуын кимереүселәр өсөн уңайлы шарттар булыуы һәм уларҙың популяцияһының артыуы менән бәйләй.

“Роспотребнадзор”ҙың республика идаралығында билдәләүҙәренсә, 2021 йылда ла сысҡан биҙгәге менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелгән – бынан алдағы күрһәткестәрҙән (100 мең кешегә 610 осраҡ) 31,9 процентҡа юғарыраҡ.

Ауырыу йоҡтороу осраҡтарының күбеһе 30–39 йәштәгеләр (38,6 %), 17 йәшкәсә балаларҙың өлөшө – 2,7 процент (17 кеше) тәшкил иткән.

Шул уҡ ваҡытта Башҡортостан буйынса эпидемиологик хәл имен тип баһаланды һәм дөйөм Рәсәй күрһәткестәренән 26,6 процент тәшкил итте. Благовещен, Яңауыл, Мәләүез, Нуриман һәм Иглин райондарында сирләүселәрҙең һаны артыуы билдәләнә.

 

Фото: Т. Аманов

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас: