Иглин районы үҙәгендә ағас ултыртып ҡына ҡалманылар, ә Көмөш инеш шишмәһен дә таҙартып, тирә-яғын йыйыштырҙылар. Барлығы 160-лап кеше ҡатнашты. Шул иҫәптән Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һәм уның урынбаҫарҙары, төрлө тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, ветерандар советы ағзалары ла сыҡты. Ағас ултыртыуҙа БР төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин да булды. Ул ҡатыны менән ҡарағай үҫентеһе ултыртты.
Хәҙер Иглин ауылындағы был матур шишмә янында аллея ла барлыҡҡа килде.
Бөтә сара "Экология" милли проекты ғәмәлгә ашырыуға ярашлы ойошторолдо.
Фото: Иглин районы хакимиәтенән.