Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 15:23

Шаңҡытҡыс хәбәр...

Ульяновск өлкәһендә 26 йәшлек егет балалар баҡсаһында атыш ойошторған.

Шаңҡытҡыс хәбәр...
Шаңҡытҡыс хәбәр...

Бер нисә сәғәт элек Ульяновск өлкәһендә бер егет балалар баҡсаһына инеп атыш ойошторған, тип хәбәр итә РБК порталы.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 26 йәшлек егет «Иж-27» мылтығы менән тәрбиәсегә һәм ике сабыйға - 5 йәшлек малайға һәм 6 йәшлек ҡыҙға ут асҡан һәм һуңынан үҙен һәләк иткән. Мәктәпкәсә учреждениела һаҡсы булмаған, бары тик хәүеф төймәһе менән йыһазландырылған булған.

«База» телеграм-каналы мәғлүмәттәре: егет бинаға үҙәк ишектән ингән, ҡаршыһына осраған йыйыштырыусыны этеп йыҡҡан. Артабан ул икенсе ҡатҡа күтәрелгән һәм ут асҡан.

Әлеге минуттарҙа был ҡот осҡос мәғлүмәтте Ульяновск өлкәһе властары раҫлаған.

 

Автор:М. Йәнгилдин
Читайте нас: