Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
26 Апрель 2022, 15:46

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры ташландыҡ көсөктәрҙе ҡотҡарған

Алексей Гусев Йылайыр районына эш сәфәре барышында юлда ташландыҡ көсөктәрҙе күреп ҡала ла уларға ярҙам итергә булған.

Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры ташландыҡ көсөктәрҙе ҡотҡарған
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры ташландыҡ көсөктәрҙе ҡотҡарған

Был хаҡта ул социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙа. Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры был көсөктәрҙе Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедовҡа тапшырған. Ә ул, үҙ сиратында, уларҙы район ветеринарияһына тапшырырға вәғәҙә бирә.

– Дүрт аяҡлы дуҫ кәрәк булһа, Йылайыр районы ветеринарына мөрәжәғәт итегеҙ, – тип тә белдерә Алексей Гусев интернет селтәрендә.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

 

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: