Яҡутстан 29 апрелдә Рәсәй составында автономиялы республика төҙөлөүенең 100 йыллығын билдәләй. Радий Хәбиров Тарасенконы ошо байрам менән ҡотланы.
– Өс йыл элек беҙ Башҡорт автономиялы Совет Социалистик Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләнек. Башҡортостан Рәсәй тарихында ошондай статус алған беренсе төбәк булды, – тине Радий Хәбиров. – Бөгөн беҙ иҡтисадта үҫеште дауам итәбеҙ. Башҡортостан элек-электән үҙенең нефтехимияһы менән дан тота. Хәҙер яңы тармаҡтарҙы үҫтереүгә баҫым яһайбыҙ – Рәсәйҙә тәүге мебель кластерын булдырҙыҡ, заманса технопарктар төҙөйбөҙ, биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе бар, «Алға» махсус иҡтисади зонаһын яңы резиденттар менән әүҙем тулыландырабыҙ.
– Беҙҙе Башҡортостандың ауыл хужалығы, сәнәғәт өлкәһендәге һуңғы ҡаҙаныштары ла ҡыҙыҡһындыра, – тине Андрей Тарасенко. – Беҙ үҙ республикабыҙҙа төбәкте социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү буйынса иң яҡшы проекттарығыҙҙы ҡулланырға әҙер. Һеҙҙең индустрияла һәм агросәнәғәттә алдынғы тәжрибәгеҙгә өйрәнәбеҙ.
Фото: БР Башлығы сайтынан.