Алыҫ Көнсығыштан килеүселәргә башҡорт бейеүҙәре, сәк-сәк һәм ҡымыҙ тәҡдим ителде. Автоуҙыш 12 апрелдә Владивосток ҡалаһында башланған. Ҡатнашыусылар меңәр саҡрымдар үтеп, 15 ҡалала булып, бөгөн Өфөгә килеп етте. Иртәгә Профсоюздар йорто алдында митинг-сәләмләү һәм баш ҡала урамдары буйлап тантаналы автоуҙыш уҙасаҡ.
– Профсоюздар йыл һайын Беренсе май акцияһы үткәрә. Быйыл сара Рәсәй армияһына, ил Презилдентына теләктәшлек белдереү маҡсатында ойошторола. Ошондай ҡатмарлы осорҙа илдең иң ҙур йәмәғәт ойошмаһы – Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы бер ни өндәшмәһә, бик сәйер булыр ине, – ти федерация рәйесе урынбаҫары Александр Шершуков.
Артабан автоколонна Түбәнге Новгород аша Мәскәүгә юлланасаҡ. 1 майҙа Ҡыҙыл майҙанда профсоюз демонстрацияһы үтәсәк. Ә 9 майҙа, Еңеү көнөндә, Волгоград ҡалаһында автоуҙыш тантаналы тамамланасаҡ.